Социаль- иҡтисади хәл

Ишембай районы муниципаль районы иҡтисады һәм социаль өлкәһе етәрлек кимәлдә үҫешкән.

Ишембай – киң инфраструктураһы булған заман талаптарына яуап бирерҙәй ҡала, Башҡортостан республикаһының көньяғының индустриаль һәм социаль-мәҙәни үҙәктәренең береһе.

Райондың иҡтисадын 35 меңдән артыҡ кеше хеҙмәтләндерә. Шул иҫәптән эре предприятиелар һәм ойошмаларҙа 20 меңдән артыҡ кеше эшләй, ҡалғандары кесе бизнеста хеҙмәт итә.

Райондың сәнәғәт етештереү өлкәһендә алдынғы позицияларҙы традицион рәүештә “АНК Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Башнефть-Ишимбай” филиалы биләй. Райондағы икенсе эре предприятие - “Сеймал компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дә иҡтисадҡа һәм урындағы бюджетҡа индергән өлөшө әһәмиәтле.

Машина төҙөү комплексы продукцияһының өлөшө бөтә ҡала күләмендә 50%-тан артыҡ. Һәм был продукция республикала ғына түгел, ә уның аръяғында ла дан ҡаҙанып өлгөргән.

Рәсәйҙә туғыҙ тонналы гидроманипуляторҙарҙы Ишембайҙың “ИНМАН” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генә сығара.

Ҡырыҫ һуғыш йылдарында Баку ҡалаһынан эвакуацияланған һәм бер быуаттан артыҡ тарихы булған Ишембайҙың иң оло машина төҙөүсе заводы – “ИМЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә браулау эштәре, нефтегаз, нефть промыселы техникаһы, ҡоралдары һәм запчасттәр етештерелә һәм ремонтлана. Заводтың даими заказчиктары булып «Башнефть», «Сургутнефтегаз», «ЛУКОЙЛ», «Татнефть» компаниялары сығыш яһай, продукция шулай уҡ экспортҡа ла сығарыла.

“Сәнәғәт нефтегаз берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, күп функциялы ағас эшкәртеүсе станоктарҙан тыш, Алыҫ Төньяҡ шарттарына яуап биргән торлаҡ вагондары ла етештерә.

“Витязь” машиналар төҙөү компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән, юғары үтеү һәләтенә эйә һәм ҙур йөк күтәреү күрһәткестәре менән айырылған, үҙенсәлекле ике звенолы сылбырлы транспортерҙар Себер, Алыҫ көнсығыш, Антарктида һәм Арктикала экстремаль юл һәм климат шарттарында йөк ташыу өсөн эффектив ҡулланыла.

“Идель-Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән нефть промыселы һәм браулау эштәре оборудованиеһы бөгөнгө көндә Рәсәйҙең бөтә нефть һәм газ табыусы компанияларында ҡулланыла.

Йәш “Ишембай станоктар ремонтлау заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы металл эшкәртеүсе һәм тимер пресслау ҡорамалдарының механик өлөштәрен капиталь һәм урта ремонтлау; заманса ЧПУ системалары, идара итеү приводтары, электр ҡорамалдары ҡуйыу эштәрен башҡара.

“Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы” Рәсәйҙә һәм СНГ-ла иң эре синтетик цеолиттар һәм адсорбенттар етештереүсеһе.

Ишембай үҙенең еңел сәнәғәте менән дә билдәле. “Ишембай ойоҡ тегеү фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Ишембай трикотаж әйберҙәр тегеү фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙҙәренең өлкәһендә иң эре предприятиялар булып һанала.

Ишембай района ауыл хужалығының нигеҙе булып үҫемлектәр үҫтереү һәм мал үрсетеү тора. Үҫемлектәр үҫтереү ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 40 % тәшкил итә.

Районда 3 ауыл хужалығы етештереү кооперативы, 9 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 140 крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. 2009 йылда “Ергән машина технология станцияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Юрматы” участогы Ишембай бүлеге ойошторолған.

Ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны – 73 мең гектар. Йыл һайын 40-45 мең тонна бойҙай, 23-26 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 1,5-2 мең тонна көнбағыш етештерелә. Район хужалыҡтары, баҙар шарттарына яраҡлы рәүештә, ер эшкәртеүҙе интенсификациялау, етештереүҙә алдынғы технологиялар индереү эштәрен алып бара.

Шулай уҡ ер эшкәртеү культураларын яҡшыртыу, сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу, мал башын күбәйтеү, малдарҙың тоҡомын һәм сифаттарын яҡшыртыу, һөт һәм ит етештереүҙе үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. Ауыл хужалығы предприятиелары йыл һайын 36-38 мең тонна һөт, 7-8 мең тонна ит етештерә.

Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика