Ауылдарҙа заманса спорт залдары асылды

Урындағы башланғыстарға ярҙам программалары үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Уның сиктәрендә ауылдарҙа объекттар төҙөкләндерелә, майҙансыҡтар ҡорола һәм башҡа саралар күрелә.

Спорт залдарын төҙөкләндереүгә лә иғтибар арта. Ауыл биләмәләрендә барлығы 21 спорт залдары булһа, былтыр Тимашевка, Петровск, Урман-Бишҡаҙаҡта капиталь ремонт эшләнде, быйыл уларҙың рәтен тағы ла дүрт спорт залы тулыландырҙы. Эш бының менән генә туҡталмаясаҡ, уны артабан да дауам итеү ниәтләнә.
Түбәге Әрмет мәктәбенең спорт залы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса өр яңы төҫ алды. Мәктәп төҙөлгәндән бирле ремонт күрмәгән бинаның быйыл тәүҙә ҡыйығы алмаштырылды, аҙаҡ инде спорт залы төҙөкләндерелде. Халыҡ, бағыусылар тырышлығы, республика һәм район бюджетынан бүленгән аҡса ошо эште башҡарып сығарыуға булышлыҡ итте.

- Спорт залының матур буласағы алдан уҡ күренде. Балалар ғына түгел, бында ауыл йәштәре лә теләп йөрөй. Хатта ситтә эшләгәндәр ҙә, ҡайтҡан арала һағынып спорт залына килә. Киске һигеҙгә тиклем балалар, һигеҙҙән һуң өлкәндәр өсөн уның ишектәре асыҡ. Мәктәптә бөтәһе 103 бала уҡый, уларҙың 70 процент тирәһе әүҙем спорт менән шөғөлләнә. Йүгереүгә, саңғыла уҙышыуға ҙур иғтибар бирелә. Футбол, волейбол, баскетбол да уйнарға яраталар, - тип һөйләне 24 йыл ошо мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Әнүр Кәримов.

Спортҡа һөйөү төрлө ярыштарҙың һөҙөмтәләрендә лә күренә. Мәҫәлән, 2016 йылда ауыл йәштәре волейбол буйынса районда еңеү яулай. Унан алдағы йылда мәктәп уҡыусылары шулай уҡ волейбол буйынса 1-се урынға өлгәшә. Еңел атлетикала ла балалар һуңғы йылдарҙа призлы урындар ала. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙы яҡшыртыу күрһәткестәрҙе лә бермә -бер күтәрер әле.

10-сы класс уҡыусыһы Илзирә Гилдина ла ошондай матур спорт залын күптән көтөүҙәрен белдерҙе:

- Ремонтланған спорт залында дәрестәр ҙә күңеллерәк үтә, - тип һөйләне ул.

Әйткәндәй, Илзирә йүгереүҙә, саңғыла уҙышыуҙа алдынғы. Ҡала-район кимәлендәге яраштарҙа ла матур һөҙөмтәләр яулай. Мәҫәлән, быйыл йәй йүгереү буйынса районда икенсе урын алған.

Был ауылда былтыр ҙа ошо уҡ программа буйынса спорт үҫеше өсөн ярайһы уҡ ҙур саралар күрелгән. Түбәнге Әрмет мәктәбе эргәһендә спорт комплексы булдырылған, балалар баҡсаһы эсенә ике уйын комплексы ҡоролған, шулай уҡ Үрге Әрмет мәктәбе эргәһенә лә спорт майҙансығы йыһазландырылған.

Түбәнге Әрметтә спорт залын асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да ҡатнашты. Ул ошо матур ваҡиға менән тәбрикләп, районда был йәһәттән башҡарылған эштәрҙе билдәләне. Үткән йылда өс, быйыл дүрт спорт залына капиталь ремонт эшләнеүе хаҡында әйтте. Әрметтәргә яңы спорт ҡаҙаныштары теләп, футбол туптары бүләк итте.

Артабан сараны мәктәптең бишенсе һәм алтынсы кластары араһында ойошторолған “Күңелле старт”тар дауам итте.

Байғужалар ҙа быйыл яңы спорт заллы булды. Кинйәбулат урта мәктәбенең Байғужа ауылындағы филиалында урынлашҡан спорт залы ла Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ремонтланды. Мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин әйтеүенсә, халыҡ, бағыусылар көсө, республика, район хакимиәте ярҙамы менән 949 мең һумлыҡ эш башҡарылаған. Түбә,иҙән, стеналар заманса итеп ремонтланған, тәҙрәләре, электр үткәргестәр тулыһынса алмаштырылған, яңы спорт йыһаздары, инвентарҙар алынған.

- Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы киләсәктә лә дауам итһен ине. Сөнки был эш халыҡ өсөн . Ауыл халҡының аңлы булыуы арҡаһында ошондай көн талабына яуап биргән спорт заллы булдыҡ. Шулай уҡ район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә лә ҙур рәхмәтлебеҙ, -тине мәктәп директоры.

Балалар ғына түгел йәштәр, өлкәндәр ҙә спорт залының яңыртылыуын көтөп алған. Быға тиклемге һөҙөмтәләр ҙә байғужаларҙың спортты яратыуҙарын күрһәтә. Үткән йыл спартакиадала улар беренсе урын яуланы. Бөгөн дә унда бадминтон, теннис, дартс, волейбол, мини футбол уйнау өсөн уңайлы шарттар бар.

Спорт залы асылыу сараһына олоһон да, кесеһен дә күреү шатландырҙы. Тимәк, халыҡ уны ысынлап та түҙемһеҙлек менән көткән. Загидат Каргина менән Венер Ниғмәтуллинды өҫтәл теннисы уйнаған мәлдәрендә тап итеп, һөйләшеп киттек. Загидат апай – хужабикә, өй мәшәҡәттәренән арынғанда спорт залына ашыға. Теннис буйынса ул ике тапҡыр районда чемпион булған.

- Хәҙер инде 10 йыллап уйнайым. Ошондай матур спорт залын күреп, әлбиттә, күңел ҡыуана, - тине ул.

Венер Ниғмәтуллин башҡаларҙы ла спортҡа йәлеп итеү өсөн янып йөрөгән кешеләрҙең береһе. Дүрт йыл Байғужа ауыл Советында интруктор-методист булып эшләгән. Әлеге ваҡытта ул мәктәптә балалар өсөн теннис, волейбол түңәрәктәрен алып бара.

Район хакимиәте башлығы байғужаларҙы ҡотлап, урындағы башланғыстарға ярҙам прогрмаммаһы арҡаһында ремонт эштәрен башҡарып сыға алыуҙы һәм бик матур спорт залы килеп сығыуын билдәләне. Һәм, әлбиттә, иң ҙур теләк – спорт залында балалар тауышы тынмауы, ауыл халҡының өҙөлмәүе.

Спорт менән дуҫ булған кеше физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ һәм көслө була. Бына тигән ял да бирә ул спорт. Бар донъяны онотоп футбол йәки башҡа спорт уйындарын уйнау үҙе ҙур ләззәт икәнлеген, инде өлкәнәйгәс тә туп артынан йүгергән ир-егеттәргә ҡарап та әйтергә мөмкин.

Сираттағы мәктәп спорзалын асыу тантанаһы Скворчиха ауылында дауам итте.

- Бөгөнгө көндә 18 уҡыусы уҡыған дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәптә Берҙәм Рәсәй партияһының «Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә 300 мең һумдан ашыу аҡсаға капиталь ремонт эшләнде. Улар спорт залының иҙәнен алмаштырыуға, түбәһен буяуға йүнәлтелде, - тип таныштырҙы Скворчиха ауыл советы хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская.

- Мин 20 йылдан ашыу ошо мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләнем. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Мәктәп бик үҙгәргән. Элек ҡараңғы, иҫке спорт залы яҡтырып, заманса төҫ алған. Ошо мәктәптең 3-сө класында уҡып йөрөүсе ейәнсәрем Ангелина өсөн бик шатмын, бындай матур спорт залы бүләк иткәндәре өсөн дәүләтебеҙгә рәхмәтемде белдерәм, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Вера Глазова. Ә Ирина һәм Сергей Суверневтар ғаиләһе йыл әйләнәһе спорт менән шөғөлләнеүҙәрен, байрам уңайынан үткәрелгән “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” конкурсында бик теләп ҡатнашыуҙарын белдерҙе. “Киләсәктә Арсений улыбыҙ спортсы булып, ҙур еңеүҙәр яулауына, әрме сафына физик әҙерлек менән барып, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуына ышанабыҙ. Үҙебеҙ ҙә кистәрен волейбол уйнарға йөрөйәсәкбеҙ, - тип пландары менән бүлеште спорт һөйөүсе ғаилә.

Этҡол урта мәктәбенә килеп ингәс тә балаларҙың күплеге, ата-әсәләрҙең дәртләнеп ярышта ҡатнашырға килеүҙәре күҙгә ташланды. Этҡол урта мәктәбе директоры белдереүенсә, “Физкультура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамы сиктәрендә бирелгән 748 мең һум аҡсаға стеналарға капиталь ремонт эшләнгән, тәҙрәләр, иҙән алмаштырылған, ҡалған аҡсаға туптар алынған.

- Ошо мәктәптә уҡыусы Азалия һәм Алина ҡыҙҙарым өсөн шатланам. Һаулыҡтарын нығытырға, спорт менән шөғөлләнергә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Бының өсөн етәкселәргә, ремонт эшләүселәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Өр-яңы төҫ алған спорт залына ҡарап күҙҙәр ҡыуана”, - тине ярышты күҙәтергә килгән Рима Тимерғәлина.

Яңы спорт залында уҙғарылған тәүге ярыш бик сәмле барҙы. Һәр команда баштан уҡ еңеүгә өмөт итте. Шулай ҙа Рима һәм Рафиҡ Ҡаһармановтар ғаиләһе иң етеҙе булып сыҡты. Еңеүселәргә грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды. Сара мәктәп уҡыусыларының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.

Шулай итеп, төрлө дәүләт программалары ярҙамы менән райондың дүрт мәктәбендә әһәмиәтле ваҡиғалар үтте. Киләсәктә ауылдарҙан көслө спортсылар үҫеп сығыр, оло еңеүҙәр яулап, бәләкәй Ватандарының данын тағы ла арттырырҙар әле.

Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА.
Милә МӘЗИТОВА.

газета "Торатау"

 

Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика