Мәғариф

Муниципаль районда төрлө типтағы 117 белем биреү учреждениеһы эшләп килә, шулар араһында 40 балалар баҡсаһы. Уларҙа мәктәпкә тиклемге йәштәге балалр һанының 60 %-на тиң булған 3904 бала тәрбиәләнә. Дүртәүһе инновация режимында эшләгән 59 белем биреү учрежденияеларында һәм махсус коррекция мәктәбендә 10635 уҡыусы белем ала.

Профессиональ белем биреү 5 уҡыу йортонда алып барыла, был иҫәптә 2 училище, 1 лицей, 1 колледж, 1 юғары укыу йорто филиалы, уларҙа 4000 тирәһе студент уҡый.

8 өҫтәмә белем биреү учреждениеларында фәнни-техник, физкультура – спорт, туризм – крайҙы өйрәнеү, экология-биология, художество-эстетик, декоратив, социаль-педагогик йүнәлештәре буйынса 9800 бала һәм үҫмерҙәр шөғөлләнә. 2 балалар йортонда 66 тәрбиәләнеүсе йәшәй. мәғариф системаһына шулай уҡ мәктәп-ара уҡыу комбинаты һәм “Инсайт” балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге инә. Бөтәһе мәғариф өлкәһендә дүрт меңдән артыҡ педагог һәм техник хеҙмәтселәр эшләй.

Райондың мәғариф учреждениелары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенең сайтында күрһәтелгән: http://ishmbuoo.narod.ru/


Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика