«Заря» ҡунаҡханаһы муниципаль унитар предприятиеһы

Директоры: Маннанов Минийәр Рәүеф улы
Адресы: 453210, БР, Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 49
Контакттар:
Телефоны/факсы: (34794) 4-28-50, 4-02-52
E-mail: Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
Сайттың адресы: www.hoteltan.ru

«Заря» ҡунаҡһанаһында бөтәһе 56 номер бар (112 урын), шул иҫәптән 1 люкс номеры, 12 ярым-люкс, урын хаҡы – тәүлегенә 480 һумдан 5000 һумға тиклем. Номерҙың хаҡына иртәнге аш хаҡы инә.

Ҡунаҡхана бинаһының беренсе ҡатында «Панорама» рестораны, «Якорь» кафеһы, бөҙрәхана, косметик салоны, туристик агентлыҡ, фото салоны, бильярд, кер йыуыу урыны урынлашҡан. Шулай уҡ өсөнсө ҡатта ҡунаҡтар өсөн махсус кафе бар (эш ваҡыты: 7-00 – 22-00 сәғәттә).

Ҡунаҡхана, ҡунаҡҡта кәрәк булыр сервис нөктәләренә бик яҡын арала, ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Бинаның ҡаршыһында – йәй көндәре йәнле музыка ағылған, фонтанлы сквер, ике километр алыҫлыҡта – яҡтыртылған саңғы трассаһы, автомобиль ҡуйыу урыны ҡаралған. Ҡунаҡхананың үҙ такси машиналары бар, кәрәк саҡта ҡунаҡтарҙы автовокзалдан йәки Өфө аэропортынан барып алыу хеҙмәте үтәлә.

Тулыраҡ мәғлүмәт – «Заря» ҡунаҡханаһының сайтында.

Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика