Ишембай дөйөм заказчик дирекцияһы муниципаль унитар предприятиеһы

Директоры: Шәрипов Илнур Ғәбдрәүеф улы

Адресы: 453203, БР, Ишембай ҡалаһы, Блохин урамы, 7
Контакттар:

Телефоны/факсы: (34794) 2-26-09

E-mail: Этот адрес электронной почты защищен от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

Сайты: www.dez.ishimbay.ru

Эшмәкәрлеге: Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең 03.11.2006 йылғы 1588-се һанлы “Муниципаль торлаҡ фонды милексеһенең мәнфәғәттәрен яҡлау тураһында” ҡарары нигеҙендә, Ишембай дөйөм заказчик дирекцияһы, йорттоң муниципаль милек өлөшөндә күп фатирлы йорт менән идара итеү мәсьәләләрен сискәндә, муниципаль торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналар милексеһенең мәнфәғәттәрен яҡлай.

Эшенең төп йүнәлештәре:

  1. ТСЖ менән идара итеү органдарында, шулай уҡ тауыш биреүгә сығарылған мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы күп фатирлы йорттар милекселәренең дөйөм йыйылыштарында, социаль алып тороу килешеүҙәре һәм махсуслаштырылған торлаҡ фондын алып тороу килешеүҙәрен төҙөгәндә, муниципаль торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙың милексеһенең мәнфәғәттәрен яҡлау.
  2. Капиталь төҙөлөш эштәре алып барыу өсөн муниципаль заказчик функцияларын үтәү.
  3. Тендерҙар, котировкалар үткәреү, сметалар төҙөү һәм төҙөлгөн килешеүҙәргә яраҡлы рәүештә техник күҙәтеү менән бәйле функцияларҙы үтәү.
  4. Капиталь һәм ағымдағы ремонт объекттарын, ремонт тамамланғас, ҡабул итеп алыуҙа ҡатнашыу.
  5. Күп фатирлы йорттарҙың торлаҡ (торлаҡ булмаған) биналарының иҫәбен алып барыу.
  6. Билдәләнгән санитар һәм техник ҡағиҙәләр һәм нормалар, шулай уҡ закондың башҡа талаптарына яраҡлы рәүештә, торлаҡ биналарын һәм күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен ҡулланыуҙы контролгә алыу.
  7. Торлаҡ фонды менән идара итеүгә халыҡты йәлеп итеү менән бәйле эш алып барыу.
  8. Граждандарҙың паспорт иҫәбен алып барыу.
  9. Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәте тураһында мәғлүмәт туплау һәм отчеттар йыйыу.

10. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәте тураһында юридик һәм физик йөҙҙәр араһында мәғлүмәти-юридик консультациялар алып барыу.

11. Торлаҡ фондын авариялар буйынса диспетчерҙар аша хеҙмәтләндереү.

12. Башҡарылған торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәпләүҙәр алып барыу тураһында торлаҡ булмаған биналарҙың милекселәре менән килешеүҙәр төҙөү.

13. Күп фатирлы йорттар менән идара итеү.

Новости Башкортостана

Яндекс.Метрика