Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Маҡарҙар һыу селтәрҙәрен хәстәрләй Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов халыҡҡа ошо программаның тәртибе тураһында йәнә ентекле аңлатты. Тәүге йылда уның Урал аръяғы райондарында һынау үтеүе, аҙаҡ инде бөтә республикаға таралыуы хаҡында һөйләне. Беҙҙең район да программанан уңышлы файҙалана, һуңғы ике йылда барлыҡ ауыл Советтары ла ҡатнашып, төҙөкләү, капиталь ремонт буйынса байтаҡ саралар күрелгән.

- Халыҡ үҙ өлөшөн индерә икән, был эшкә уларҙың ҡарашы ла башҡаса була. Һаҡсылыраҡ итеп ҡарайҙар, емереү, ватыу кеүек күренештәр булмай, - тип тәүге йылдарҙа ошо программа буйынса ҡоролған балалар майҙансығының бөгөн дә матур хәлдә һаҡланыуын миҫал итеп килтерҙе ул. Маҡар ауыл Советында ла аҙаҡҡы ике йылда ошо программа нигеҙендә һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған. Ләкин проблемалар хәл ителеп бөтмәгән. Шуға киләһе йылда ла әйтеп үтелгән программала ҡатнашып, һыу селтәрҙәрен ремонтлауҙы еренә еткереп ҡуйырға ҡарар ителде. Шул уҡ  аҡытта ауыл халҡының әйтәһе һүҙе, тәҡдиме лә булды. Бер төптән эшләгәндә, уңыш һис шикһеҙ йылмайыр. Маҡарҙар был юлы ла конкурстан уңышлы үтер, маҡсаттарына өлгәшер. Ҡолғона юлдары соҡор-саҡырлы булмаҫ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу мәсьәләһенә ҡолғоналар ҙа битараф ҡалманы, һөйләшеүгә байтаҡ йыйылғайнылар, хатта күрше бәләкәй ауылдарҙан да килеп еткәндәр. Әйтергә кәрәк, был төбәк халҡы өсөн дә әйтеп үтелгән программа ят күренеш түгел. 2016 йылда Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет һәм Ҡалыу Айыры ауылдарына уның сиктәрендә мобиль янғын комплекстары алынған. Төпкөлдәге ауылдар өсөн янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләү йәһәтенән дә күрелгән сара был. Былтыр ошо программа буйынса Ҡолғона балалар баҡсаһына капиталь ремонт эшләнгән, быйыл иһә шулай уҡ ауыл Советы үҙәгендә урам яҡтыртҡыстары капиталь ремонтланған. Әлбиттә, был эште башҡарыу өсөн күмәк көс талап ителә. Ҡолғона ауыл хакимиәте башлығы Наилә Вәлиева программаны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Һөйләшеү барышында киләһе йылда ла был уңайлы мөмкинлектән файҙаланырға кәрәк тигән уртаҡ фекергә килделәр. Ә бына нимәгә тотонорға тигән һорауҙа тәҡдимдәрҙең төрлөһө яңғыраны. Ауыл ерендә проблемалар етерлек, ләкин ошо программаға тура килтереп эшләрҙәйен һайлап алыу бик еңелдән түгел. Фекерҙәр икегә айырылды, берәүҙәр балалар майҙансығы ҡорайыҡ тиһә, икенселәр ауыл эсендә юлдарҙы ремонтлауға өҫтөнлөк бирҙе, үтеп булмаҫтай урындар булыуына борсолоу белдерҙеләр. Һөҙөмтәлә, күпселек тауыш менән юлды ремонтларға тигән ҡарар еңде. Ҡолғона сәхнә оҫталарының ауылдың соҡорло юлдарына төрттөрөп яҙған таҡмаҡтарын башҡарыуы ла бик урынлы булды. Тигеҙ, төҙөк юлдар һүрәттәр күргәҙмәһендә лә сағылыш тапҡайны. Осрашыу Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ҡағылышлы мәсьәләләр менән генә сикләнмәне. Дауахана, ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, маршрут автобусы йөрөүенә ағылышлы
һорауҙарға ла халыҡ яуап алды.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
registraciya prosto
Яндекс.Метрика