Дер һелкетеп бейер инем, сәхнәбеҙ ҙә юҡ икән

sahnaЯңы әптектәр грант отоп, клубтарын төҙөкләндермәксе

Күптән түгел Яңы Әптек ауылының үҙешмәкәр артистары халыҡ театры исемен яҡланы. Килгән Өфө ҡунаҡтары ауылдарҙа шундай таланттар йәшәүенә хайран ҡалып ҡайтты. Шул уҡ ваҡытта комиссия ағзалары бер күренешкә шаҡ ҡатты: клубтың сәхнәһе лә, тамаша залы ла юҡ икән!

 Дөрөҫөрәге, сәхнә булған, әммә клуб иҫкереү сәбәпле, авария хәлендәге бинаны япҡандар. Әлбиттә, был һүҙҙәр ауылдың бөтөнләй мәҙәни усаҡһыҙ икәнлеген аңлатмай. Яңы клуб совхоздан ҡалған яҡшы торошло бинала урынлашҡан,тик халыҡ әлегә был элекке ашхана-магазинда талантлы ауылдаштары ҡуйған спектаклдәрҙе аяҡ-үрә баҫып ҡарау менән генә хушһына. Сәхнә һәм 120 урынлыҡ тамаша залын эшләү, китапханаға урын әҙерләү – ауылдаштарҙың берҙәм ниәте. Һүҙ төбәк кимәлендәге «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы» хаҡында бара. Әммә 1 миллион һумға тиклем билдәләнгән грант отоу еңелдән түгел, проект шарттары буйынса урындағы халыҡ-ойошмалар үҙҙәре лә бер ни тиклем матди сығым бүлергә һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарырға тейеш.

 Хәйер, был йәһәттән әптектәр һыр бирмәҫ, урындағы халыҡ һәр эштә лә берҙәм һәм дәррәү. Был йәһәттән Яңы Әптек ҡараған Һайран ауылы биләмәһенең «2015 йылда Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ауыл биләмәһе» конкурсында III урынға лайыҡ булыуҙарын иҫкә алып китһәк тә күп нәмәгә төшөнөргә була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, инфраструктураны үҫтереүҙә шаҡтай башҡарылған эштәре өсөн лайыҡ булған улар бындай баһаға.

 Берҙәмлек тигәндән, клуб төҙөкләндереү мәсьәләһенең йәнә бер үтә лә мөһим сәбәбе хаҡында әйтеп үтмәй булмай. Ауылда 13(!) милләт вәкиле йәшәй. Улар үҙҙәрен бер халыҡ итеп тойһон, бер туғандай мөнәсәбәт ҡорһон өсөн урында мәҙәни усаҡтың булыуы, уның бөтә шарттарға тап килеп, гөрләп эшләүе мөһим. Бер-береңде белмәй тороп, рухи эстәлегеңде аңламайынса ниндәйҙер мөнәсәбәт ҡороуы икеле бит.

 …Грант хаҡында һүҙ сыҡҡас, ҡайһы берәүҙәр «урындағы бюджет сығымдарҙы ҡаплай алмаймы ни?» тип уйлап ҡуйғандыр.

 Яуапты бер-ике йыл эсендә генә райондың тиҫтәләгән клубында ремонт эштәре үтеүен, ҡайһы бер ерҙә тотош дауаханалар ябылып ҡуйғанда бер нисә ауылда фельдшер-акушер пункттары асылыуы һымаҡ күренештәрҙә табырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, дәүләт гранты отоп, урындағы бюджет аҡсаһын ҡатнаштырмай эшеңде атҡарып ҡуйыу насармы ни?! Күктән көтөп ята торған заман түгел, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмау фарыз. Киләсәктә халыҡ театрының репетиция-тамашалары сәхнәләрҙә үтер, ә тамашасылар уларҙы кинәнеп ултырғыстарға ултырып ҡарар тигән өмөттә ҡалайыҡ.

 

Рәмил МАНСУРОВ.

 Автор фотоһы.

"Торатау" гәзите №52 - 28.06.2016й.

Яндекс.Метрика