Халыҡ башланғысын хуплап

toratau

Ауылдарыбыҙҙа эшләнеп бөтмәгән, ҡул етмәгән урындар күп. Дәүләт булдырыр, хәстәрләр әле, тип көтөп кенә лә ултырып булмай. Йәшәгән төбәген төҙөкләү, яҡшыртыуға халыҡ үҙе лә ҡулынан килгәнсә өлөш индерә. Былтыр республикала старт алған урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы тап ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Унда ҡатнашыу-ҡатнашмау, ниндәй проблеманы хәл итеү халыҡтың иркендә. Эш берҙәм көс менән башҡарыла. Республи­ка бюджетынан аҡса алыу өсөн урындағы ҡаҙнаның һәм халыҡтың да өлөшө булырға тейеш.

Быйыл был программа буйынса эш иртәрәк башланды. Шишәмбе көн халыҡ менән осрашыу Урман-Бишҡаҙаҡ ауылын­да үтте. Ейәнсура районынан килгән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының консультанты Аҙнабай Баҙамшин йыйылыусыларҙы тәбрикләп, программаның 2014-2015 йылдарҙа Урал аръяғы райондарында тәжрибә рәүешендә уҙғарылыуын билдәләне. Үҙҙәрендә ошо программа ярҙамында байтаҡ эштәр башҡырылыуын да әйтеп китте. Клубтар ремонтланыуы, балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡоролоуы, һыу үткәргестәр төҙөкләндерелеүе, зыяраттар кәртәләнеүе, трактор һатып алы­ныуы быға асыҡ миҫал.

Үҙенең сығышында ул һоралған аҡсаның кәмендә өс проценты халыҡтан йыйылырға тейешлеген, биш проценты урындағы ҡаҙнанан бүленергә тейешлеген һәм ҡалғаны – йәғни бер миллион һумға ти­клем аҡсаның республика­нан килеүен дә аңлатып үтте. Бағымсыларҙың ярҙамы ла файҙаға ғына. Урында аҡсаны күберәк итеп йыйған осраҡта ҙурыраҡ балл туплап кон­курста еңеү йәғни ярҙамды алыу мөмкинлеге лә ҙурая. Сөнки бөтә ҡатнашыусылар ҙа финалға үтә алмай.

Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм фи­нанс һорауҙары буйынса бе­ренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡовтың һөйләгәндәре лә йөкмәткеле булды. Мансур Фәрит улы программаның та­рихына туҡталып уның тәүҙә сит илдә барлыҡҡа килеүен билдәләп үтте. Урындағы башланғыстарға ярҙампрограммаһы власть менән халыҡтың ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү сараһы ла булып тора. Мансур Ҡунаҡов былтыр был программала Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының уңышлы ҡатнашып, Сәлих ауылында балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы булдырылыуын билдәләне. Быйыл да урман- бишҡаҙаҡтарҙың конкурста еңеп сығыуҙарына ышанысын белдерҙе.

- Былтыр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында райондан 11 ауыл Советы финалға үтте һәм үҙҙәрендәге көнүҙәк про­блеманы хәл итеүгә өлгәште. Эшләп бөтмәгәндәре апрель -май айҙарында тамамлап ҡуясаҡ, - тине ул үткән йылға йомғаҡ яһап.

Былтыр был программа буй­ынса эш һуңыраҡ башланғас, йыл аҙағынаса ремонт эштәрен башҡарып сығыуға ваҡыт етмәй ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп быйыл халыҡ менән йы­йылыштар йыл башынан уҡ үткәрелә башланы. Май айын­да уҡ финалға үтеүселәр исем­леге билдәләһә, йәйен ремонт эштәрен алып барыу ниәтләнә, көҙгә иһә был объекттарҙы асыу күҙаллана.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы осрашыуҙа үҙҙәренең проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Әлбиттә, төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шу­лай ҙа ауыл халҡы өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә булып һыу проблемаһы танылды. Йәйге айҙарҙа ярты ауылдың һыуһыҙ ултырыуын күҙ уңында то­топ, һыу үткәргестәрҙе реконструкцияларға, һыу баҫымы башняһын тергеҙергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Шул уҡ ваҡытта яңы урамға һыу индереү бурысы ла ҡуйылды. Халыҡ берҙәм тауыш менән һыу мәсьәләһен хәл итеүгә тауыш бирҙе. Дөйөм маҡсат уңышлы хәл ителер, тиҙҙән урман- бишҡаҙаҡтар өсөн һыуһыҙлыҡ мәсьәләһе артта ҡалыр тигән ышаныстабыҙ.

Ошондай уҡ йыйылыш Көҙән ауылында ла үтте. Осрашыуға клуб хеҙмәткәрҙере кон­церт та әҙерләгәйне. Ауыл халҡы программала ҡатнашып мәҙәниәт йортон ремонтларға кәрәк тигән ҡарарға килде. Әйткәндәй, көҙәндәр өсөн дә был программа ят түгел. Был­тыр Таңһылыу Рәшитова менән Урал урамдары киҫешкән урындағы йырын аша күпер һалынған.

Әрмет ауылы халҡы ла осрашыуға дәррәү йыйылды. Быйыл улар программала ҡатнашып мәктәптең спорт за­лын ремонтларға һәм инвен­тарь алырға булды.

Петровск ауыл Советында йәшәүсе халыҡ та урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Бый­ыл ғүмәрҙәр программаның файҙаһын күрергә ниәтләй. Ошо маҡсатта халыҡ йыйы­лышып кәңәш ҡорҙо. Унда барлығы 50-ләп кеше йыйылды. Күмәкләшеп кәңәшләшкәндән һуң ауыл мәҙәниәт йортон ремонтларға тигән ҡарарға килделәр. Ремонт өсөн халыҡтан да аҡсаның булыуын күҙ уңында тотоп, өй башынан 600-әр һум йыйырға булдылар, ауылдың эшҡыуары иһә 30000 һум күләмендә үҙенең ярҙам өлөшөн индерергә ниәтләй. Былтыр был программаның ярҙамынан Петровск ауылы ла файҙалана. Улар урамдарҙы яҡтыртыу өсөн тауыш бирә, тиҙҙән ауыл бағаналарына 238 лампа ҡуйыласаҡ.

Маҡарҙар өсөн әлеге көндә иң көнүҙәк мәсьәлә булып һыу менән тәьмин итеү таны­ла. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып быйыл улар ошо про­блеманы хәл итергә - Маҡарҙа һыу үткәргес селтәрҙәрен яңыртырға теләй.

Күренеүенсә, һәр ауылдың үҙенә генә хас проблемала­ры. Урындағы халыҡ уларҙы нығыраҡ тоя, белә. Ә инде күмәк көс, тырышлыҡ менән башҡарылған эштең ҡәҙере лә нығыраҡ булырына шик юҡ.

Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.

Автор фотолары

"Торатау" гәзите

Яндекс.Метрика