Ярҙамдан файҙаланып ҡалайыҡ

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ауылдарҙа йыйылыштар әүҙем барҙы. Ошо көндәрҙә ул Алаҡай ауылында ла бик дәррәү үтте. Был ауыл халҡы үҙенең берҙәмлеге менән айырылып торҙо. Алдан уҡ улар программала ҡатнашып ниндәй мәсьәләне хәл итеү тураһында бер фекергә килеп ҡуйған. Залдың “Беҙ клуб ремонтлау өсөн”, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – хыялды тормошҡа ашыра” тигән плакаттар менән биҙәлеүе лә халыҡтың бер төптән эш итеүен күрһәтә. Район хакимиәте вәкилдәре менән уҙғарылған йыйылышта улар үҙҙәренең аныҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Былтыр ауылдағы мәктәп ябылыуы арҡаһында уның бинаһында клуб эшләп килә. 1960 йылдарҙа төҙөлгән был бинаға ремонт талап итә.

Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская үҙенең сығышында клубтың һыуыҡ булыуын, бының өсөн тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырырға, иҙәндәрҙе яңынан түшәргә, сәхнә эшләргә, электр үткәргестәрҙе алмаштырырға һәм башҡа эштәр башҡарырға кәрәклеген билдәләне. Шул уҡ ваҡытта клуб эргәһен төҙөкләндерергә, был урынға әле уңайһыҙыраҡ ерҙә  урынлашҡан балалар майҙансығын күсереп ҡорорға, карусель һәм тау менән тулыландырырға, тигән теләктәрен дә белдерҙе алаҡайҙар. Конкурстан финалға үтеү мөмкинлеге ҙурыраҡ булһын өсөн халыҡ күберәк сумма аҡса йыйырға ҡарар итте. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа был изге эштән ситтә ҡалмай 65 мең һумлыҡ ярҙам өлөшөн индерергә булды. Халыҡ башланғысы менән алып барылғас, инициатив төркөм дә булдырылды. Халыҡтан аҡса йыйыу ҙа уларҙың иңенә һалынды. Алаҡайҙар үҙҙәренең берҙәмлеге менән был эште уңышлы башҡарып сығыуҙарына, конкурста финалға үтеүҙәренә шик юҡ.

Верхотор халҡы ла матур, төҙөк ауылда йәшәү яҡлы, улар ҙа үҙҙәрендәге проблемаларға битараф түгел. Иртәнге сәғәттәр булыуға ҡарамаҫтан, осрашыуға байтаҡ кеше йыйылды. Йыйылыш бик йәнле барҙы, аҙаҡ бер фекергә килеп, ауылдың ҡалған ярты өлөшөнә урам яҡтыртҡыстар ҡуйырға булдылар.

Ишәй ауыл Советынан быйыл Восток ауылы программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошо маҡсатта Востокта фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһында йыйылыш уҙҙы. Был ауыл өсөн көнүҙәк мәсьәлә - һыу менән тәьмин итеүҙе көйләү булыуын күҙ уңында тотоп, уны ремонтларға ҡарар иттеләр. Былтыр ошо ауыл Советынан Әхмәр ауылы халҡы ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау
программаһында ҡатнашып, ошондай мәсьәләне күтәргән. Тау, Йәштәр, 1Май һәм башҡа урамдар тоташҡан ергә күтәреү насостары ҡуйырға, һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтларға кәрәклеге билдәләнә. Был иһә, һыу менеп етмәгән үрҙә ултырған урамдарҙы йонсотҡан проблеманы хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Эште быйыл теүәлләп ҡуйыу ниәтләнә.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға Ҡолғона ауыл Советының да үҙ маҡсаты. Йыйылышҡа 100-гә яҡын кеше килде. Мәктәп менән балалар баҡсаһы ҡушылғас, уртаҡ проблемалар ҙа етерлек. Программала ҡатнашып был учреждениеның йылытыу системаһын ремонтларға кәрәклеге аталды. Элек балалар баҡсаһы утын менән йылытылһа, уны мәктәптәге кеүек газға күсереү ниәте лә ҙур.

Байғужалар ҙа программанан файҙаланып алға ниәттәр билдәләне. Ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп урынлашҡан бинала бик уңышлы итеп спорт залы эшләп килә. Халыҡ менән саралар ойоштороу спорт буйынса методист иңендә. Секцияларға йәштәр, хатта ғаиләләре менән йөрөүселәр бар. Быға тиклем ремонтланмаған ошо залды төҙөкләргә, спорт һөйөүселәргә яҡшы
шарттар булдырырға кәрәк тигән дөйөм фекергә килде ауыл халҡы йыйылышта.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының ауылдарҙы төҙөкләндереүгә индергән өлөшө ҙур. Былтыр ошо программа ярҙамында халыҡ Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залын ремонтларға ҡарар итә. Конкурстан уңышлы үтеп бөгөнгө көндә унда төҙөкләү эштәре бара. Халыҡ күңелендә матурлыҡ тәрбиәләүсе мәҙәни усаҡтарҙы яңыртыу башҡа ауылдарҙа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Былтыр яңы әптектәр ауыл мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында ремонт башҡарыу өсөн тауыш биргәйне һәм был йүнәлештә эш уңышлы алып барыла. Сәхнә, тамаша залын ремонтлау буйынса саралар тамамланыуға бара. Бағыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Яңы әптектәр матур башланғысты быйыл да дауам итергә ҡарар итә һәм был юлы программала  ҡатнашып, мәҙәниәт йортонда ремонтты тамамлап ҡуйырға булалар. Маҡсат – бинаның ҡыйығына капиталь ремонт үткәреү, беренсе ҡатын төҙөкләп тренажер, дискотека залдарын булдырыу.

Йәштәрҙең “Тренажер залы, дискотека залы һорайбыҙ” тигән плакаттар менән килеүҙәре лә ауылда был проблеманың көнүҙәк булыуын дәлилләй, халыҡтың программала ҡатнашыу ниәте ҙурлығын күрһәтте.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса уҙғарылған йыйылышҡа Этҡол ауылы мәҙәниәт йортона 90 кеше йыйылды. Ауылдаштар бер һүҙҙән мәктәптең тәҙрә-ишектәрен яңыға алмаштырырға тигән ниәттәрен белдерҙе. Дөйөм төҙөкләү саралары башҡарылһа ла, тәҙрәләр 30 йыллап ремонт күрмәгән. Яңы ишек, тәҙрәләр ҡуйылғанда, бина йылыныр ҙа, йәмләнер ҙә ине.

Күреүебеҙсә, алға маҡсаттар ҙур. Иң элек урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса былтырғы эштәрҙе теүәлләп ҡуйыу бурысы тора. Май айына быйыл программала ҡатнашыусылар араһындағы еңеүселәр ҙә иғлан ителәсәк. Йәй – ремонт эштәре менән үтһә, көҙгә бер-бер артлы яңыртылған, төҙөкләнгән объекттар асылыр. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш ауылдарҙа тормош-көнкүреште тағы ла яҡшыртыуға ҡоролған.

"Торатау" гәзите



Новости Башкортостана

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика