Ауыл халҡы өсөн бар шарттар ҙа булдырыла

Ғүмәр ауылында әлеге көндә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ауыл мәҙәниәт йорто ремонтлана. Ул халыҡ, бағыусылар, район һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. Түшәм-иҙәндәрҙе, стеналарҙы, фасадты яңыртыу – башҡарылаһы эштәр мул. Шулай ҙа 20 ноябргә уны йомғаҡлап ҡуйыу маҡсаты билдәләнгән. Ремонт эштәрен “Проект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
- Был программала икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Тәүге йылда ауырыраҡ булды. Сөнки яңылыҡты халыҡ башта ышанмайыраҡ ҡабул итте. Хәҙер инде уның файҙаһын аңланылар. Шуға халыҡ араһында әүҙемлек тә артты, эшләүе лә еңелерәк. Әлеге ваҡытта башҡа ауылдарҙан да Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға теләк бел-дерҙеләр. Ниндәй проблеманы хәл итергә кәрәклеген билдәләп, хатта бағыусылар табып киләһе йылда ҡатнашырға дәрт иткән ауылдар бар, - тип һөйләне Петровск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова.

Урындағы башланғыс-тарға ярҙам программа-һында ҡатнашыуҙың бер шарты – унда халыҡтың да үҙ өлөшөн индереүе. Ә бындай эштең ҡәҙере лә нығыраҡ була. Ремонт мәлендә үк халыҡтың эш барышы менән килеп ҡыҙыҡһыныуҙары ла быға дәлил. Күмәк тырышлыҡ менән ремонтланған объектты матур килеш һаҡлауға ла киләсәктә ауылдаштар битараф ҡалмаҫ.

Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика