Ғүмәрҙә клуб буш тормаясаҡ!

Ауыл клубы –ул халыҡҡа дәрт, рух таратып тороусы мәҙәни усаҡ.Һәр төрлө байрамдарҙа олоһо ла, кесеһе лә шунда барып күңелә ял алып ҡайта. Ғүмәрҙә клуб төҙөкләндереләсәге хаҡында ишеткәс, ундағы эш барышы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Былтыр ғүмәрҙәр “һә тигәнсе” йыйылып, мәҙәниәт усағына яңы төҫ бирергә тигән ҡарарға килә. Әйтелгән – эшләнгән: күп тә үтмәй Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ҡатнашырға документтар туплана.

- Проекттың дөйөм сығымдары 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 150 мең һум халыҡтан йыйылды, 30 мең һум урындағы эшҡыуар Гөлдәр Хисамова һәм башҡа йүнселдәр бүлде - ҡалғаны бюджет аҡсаһы, - тип асыҡлыҡ индерә был тәңгәлдән Петровск ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова.

– Ошо көндәрҙә “Проект” йәмғиәте эш башларға тора инде, сентябрь айына һәйкәл дә әҙер булыр, ремонт финалы ла оҙаҡ көттөрмәҫ, - тигән өмөттәр ҙә еткерә Ольга Николаевна.
Проектҡа ярашлы, клубтың стеналары яңыртыла, иҙән-түбә алыштырыласаҡ, сәхнә-зал матурланасаҡ. Ғөмүмән, ҡыйыҡтан башҡа бөтә ергә лә төҙөүселәрҙең ҡулы тейәсәк. Ольга Морозова әйтеүенсә, ҡыйыҡтың торошо әлегә ҡәнәғәтләндерерлек. Күптән түгел генә ауыл халҡы ҡоймаларҙы алыштырған.

Републикала киң ҡолас ташлап эшләй башлаған Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында ҡала-ауылдарҙа бихисап объекттар яңы төҫ алды, матурланды, шарттар өҫтәлде. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән халыҡтың әүҙемлеген, йәшәгән еренә ҡарата иғтибарлығын да һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә кәрәктер. Мәҫәлән, Ғүмәр ауылының клубына капиталь ремонт эшләүҙә бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт асыҡланды: башта халыҡ йорт башынан 500 һум йыйырға тигән кәңәш ҡора, аҙаҡ, дәртләнеп китеп, был сумма кеше башына тура килә. Улай ғына ла түгел, проектҡа бер эшҡыуар 50 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтә, әммә үҙенең исемен белгертергә теләмәй. Изгелек эшлә лә һуға һал, ти халыҡ. Кемдер үҙенең әллә ни ҡыҫылышы булмаған эше саҡ ҡына алға китһә лә һөрән һала, бәғзеләр дан ҡыумай ғына тирә-йүнен үҫтерә. Һәр хәлдә, ил төрөрһә – күл була, дөйөм көс ярҙамында проект тормошҡа ашасаҡ. Быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел.

Эйе, яңы төҫ алған клуб ауыл халҡына оҙаҡламай ишектәрен асыр. Тик ишектәр “һирәк кенә асылмаҫмы” тигән шик тә борсомай түгел хәбәрсене.

- Беҙҙең халыҡ бик дәртле һәм әүҙем, - тип тынысландыра был йәһәттән клуб мөдире Илмира Кәримова. – Мәҫәлән, башҡа ерҙә бер ғаиләнең тарихын барлаған сара үткәрһәләр, беҙ иһә бер юлы 6 нәҫелде саҡырып шәжәрә байрамы ойошторҙоҡ.

Әлбиттә, шәжәрә байрамы йылына бер тапҡыр килә торған сара, ә көндәлек тормош нисек һуң – һаман ныҡышабыҙ. Хәйер, шиктәр әлеге йәһәттән дә юйыла: ололарҙы йыйып та, йәш быуын менән дә бихисап уйын-тамашалар йыш ойошторола икән. Әйтәйек, башҡа ерҙәрҙә йәй көнө клубтар тик киске ритайм ваҡытында ғына асылғанда бында мәҙәни усаҡ хеҙмәткәрҙәре балаларҙы йыйып уйната, сәй эсерә һәм шуныһы бигерәк тә ҡыҙыҡ: Егән буйына төшөп, күмәкләп балыҡ тоталар. Ә ниндәй ауыл ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап тик ир-егеттәр ҡатнашлығында концерт ойоштороуы менән маҡтана ала? Әммә клуб ғүмәрҙәр өсөн уйын-тамаша урыны ғына түгел, ә көн ҡаҙығына күтәрелгән мәсьәләләрҙе сисеү, кәңәш ҡороу майҙаны ла. Мәҫәлән, бында урындағы умартасылар “Ситтән килтерелгән умарта ҡорттарын индереүгә юл ҡуймайыҡ, үҙебеҙҙекен һаҡлайыҡ” тип йыш ҡына фекер алышырға йыйыла. Бынан тыш ауылдың тормошонда шаҡтай роль уйнаған территориаль йәмәғәт үҙидаралығының йыйылыштары ошонда үтә. Ғөмүмән, клуб бикле тормаясаҡ!

Рәмил МАНСУРОВ.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
Яндекс.Метрика