Клубтар күңелдәрҙе йылытһын

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан районыбыҙҙың өс ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорттары асылды.

ЯР-БИШҠАҘАҠ ауылы клубы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Был эш «Берҙәм Рәсәй» партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса, шулай уҡ муниципаль район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды. Клуб эсе яҡтырып, йәмләнеп киткән. Ингән урынынан башлап эске яҡ тулыһынса яңы төҫ алған. Сәхнә, түшәм, иҙәндәр яңынан эшләнгән.

Яр-бишҡаҙаҡтарҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө һәм клуб асылыу ваҡиғаһы менән ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да килгәйне. Үҙенең сығышында ул “Реаль эштәр” проекты, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” һәм башҡа программалар сиктәрендә районда байтаҡ объекттар ремонтланыуын билдәләне. Ҡалала алып барылған “Ҡала мөхите” проектының да уңышлы эшлә-үен иғтибарға алды.

- Клуб бер ҡасан да буш тормаһын. Бында матур итеп эшләргә, халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы ял саралары ойошторорға булһын, - тигән теләктәрен дә белдерҙе район хакимиәте башлығы.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллин да төҙөкләүгә тиклем бинаның ниндәй хәлдә булыуын хәтергә төшөрөп, ре-монттың көтөп алынған ваҡиға булыуын билдәләне, мәҙәни усаҡҡа халыҡ күпләп йөрөһөн, тигән теләктәрен юлланы.

Был төбәктә, йырға ла маһир, бейеүгә лә оҫталар күп. Клуб асылыуы, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан бик матур концерт та ойошторолғайны. Халыҡ яңыртылған клубта рәхәтләнеп күңел ялы ла алып ҡайтты.

ЯҢЫ ӘПТЕК ауылында 12 милләт халҡы йәшәй. Уларҙың татыу, дуҫ йәшәүен, һәр халыҡтың үҙ мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереү мөмкинлеге булыуын мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында сығыш яһарға әҙерләнгән ауылдаштар менән әңгәмәләшкәндә лә аңларға булды.

- Бөтә сараларҙы ла күмәкләп йыйылып, бер ғаилә кеүек үткәрәбеҙ, - ти башҡорт, рус, татар һәм сыуаш фольклор коллективтары вәкилдәре. – Ауылыбыҙҙа мәҙәниәт йорто ремонтланасағын белгәс, бик шатландыҡ. Мәҙәниәт усағы беҙҙе ошолай бергә йыйыусы уртаҡ йорт бит. Республика, район етәкселеге тырышлығы арҡаһында хәҙер бында йылы, яҡты!

Ике йыл рәттән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үткәреүгә һәм урындағы ҡаҙна сараларына бина япмаһын алмаштырыуға бөтәһе ике миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Хәҙер балалар һәм өлкәндәр мәҙәниәт усағындағы уңайлы шарттарҙа туғыҙ түңәрәктә шөғөлләнә ала. Костюм, грим бүлмәләре, ошонда уҡ ауыл музейы, “Ағиҙел” үҫмерҙәр клубы урынлашҡан, китапхана эшләй, ә оҙаҡламай күнекмә залы ла асыласаҡ. Элекке сәхнәне иһә танырлыҡ та түгел. Йөҙ кешегә иҫәпләнгән тамаша залы был көн шығырым тулы ине.

- Элек социаль мөһим объекттарҙа ремонт эштәре күләмен аҡса етмәү арҡаһында сикләргә тура килә торғайны. Ә хәҙер “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы кеүек федераль һәм республика проекттары бик күп объекттарҙы – мәҙәниәт йорттарын, мәктәп, мәктәпкәсә төркөмдәр өсөн биналарҙы капиталь ремонтлау мөмкинлеген бирә, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин. – Һуңғы бер нисә йылда ғына райондың алты ауылында мәктәпкәсә төркөм асылды, мәҙәниәт учреждениелары, һыу менән тәьмин итеү системалары капиталь ремонтлана, урамдар яҡтыртыла. Ил һәм республика етәкселеге, “Берҙәй Рәсәй” сәйәси партияһы ярҙамы менән был йүнәлештә эштәр артабан да дауам итәсәк.

ИҪӘКӘЙ ауылы халҡы ла уҙған йома шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе –капиталь ремонттан һуң яңырып, яҡтырып киткән мәҙәниәт йорто асылды.

Был ҙур эш нигеҙендә лә “Реаль эштәр” программаһы торҙо. Ауылды әллә ҡайҙан танытып, йәмләп торған мәҙәниәт усағы асылыуын иҫәкәйҙәр дәрт, өмөт менән көтөп алды. Кәртәләнеп, яңы күтәрмә, заманса тәҙрәләр менән ҡаршылаған бина эсе лә кәйефтәрҙе бермә-бер күтәрҙе. Иҙән, түбәһе, стеналары яңыртылған, сәхнә киңәйтелгән. Хәҙер эске биҙәлеше, күркәмлеге яғынан ҙур ауылдарҙыҡынан да ҡалышмаған мәҙәниәт йорто бар иҫәкәйҙәрҙең. Ошонда уҡ ыҡсым ғына китапхана урынлашҡан. Тантана ҡыуанысын ауылдаштар менән район етәкселеге лә уртаҡлашты. Хакимиәт башлығы Марат Ғайсин бөгөн ошондай шатлыҡлы ваҡиғаны райондың тағы бер нисә ауыл халҡы кисереүен әйтте. Халыҡ районда, ҡалала алып барылған эштәрҙе үҙе лә күрә, баһалай. Маҡар ауыл Советы биләмәһендә генә ошо осорҙа төрлө йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарылды: Иҫәкәйгә тиклем асфальт түшәү өсөн юл тигеҙләнде, Маҡарҙа мәҙәниәт йорто ҡыйығы капиталь ремонтланды, әле ...урамына һыу селтәрен үткәреү эштәре бара.

- Демография хәлен, йәштәргә ауылда төпләнеүгә нигеҙ булдырыу маҡсатынан да социаль объекттарға ҙур иғтибар бирелә. Ихлас күңелдән барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлап, ауылда имен, матур донъя көтөүегеҙҙе теләйем. Ә мәҙәниәт йорто тормош дәртен арттырып тороусы усаҡ булырға тейеш. Бынан халыҡ өҙөлмәҫ, файҙаһын күрерһегеҙ, - тигән ышаныс белдерҙе Марат Хөсәйен улы.

Нурлы, яҡты мәҙәниәт йортонда ошолай зал тултырып йыйыла алыуҙан күңелдәр тулып, ихлас рәхмәтен еткерергә теләүселәр булды. Клубҡа беҙҙең урамдан бүләк, тип оло йәштәге Маһинур апай Сәләймәнова бер ҡыуандырһа, Маҡар ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары мәҙәниәт йорто мөдире Мәҙинә Алтынбаеваға артабан да дәртләнеп эшләүен теләп, сәй сервизы тапшырҙы. Сараларҙы юғары кимәлдә үткәреү мөмкинлеге биргән ҙур бүләк тә булды – тыуған ауылы Иҫәкәй менән бәйләнеште өҙмәгән генерал-майор, Өфө юридик институты етәксеһе Фәһим Мөхәмәтшин мәҙәниәт йортона музыкаль үҙәк ҡайтартҡан. Быйыл алтынсы йыйынтығын баҫтырған шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың илһамланып әйткән һүҙҙәре лә йөрәктәргә үтте. Шағирҙар, артистар, ҙур дәүләт эшмәкәрҙәре сыҡҡан Иҫәкәй халҡын сәхнә сығыштары менән ғәжәпләндереп булмаһа ла, был көн мәҙәниәт бүлеге тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт иң матур тойғолар ҡалдырҙы. Ә ошо ауылда тыуып үҫкән Ғаяз Әминевтың ҡурайҙа уйнауы, Хәнә Мырҙағолованың моңло йыры ырыҫлы йәнтөйәгебеҙгә рәхмәт булып яңғыраны. Рәүҙәк һыуын эскән Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай халҡын күҙ уңында тотоп, “..өс ауылда йәшәүселәр – бер туған ишеләре” тигән һүҙҙәр бар ине Иҫкәй ҡыҙы Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғырына яҙылған йырҙа. Эйе, халыҡ берҙәм, егәрле, дәртле булған ерҙә эштәр ҙә алға барыр, мәҙәниәт усаҡтары ла гөрләп торор.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА, Наил РӘЖӘПОВ.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
Яндекс.Метрика