Ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләйбеҙ

Яңы Әптек ауылы мәҙәниәт йорто бинаһы капиталь ремонттан һуң алға ҙур маҡсаттар ҡуйып, заманса, матур, йылы мөхиттә үҙ эшен башлап ебәрҙе.

Әсәйҙәр көнөнә арнап бер-бер артлы ике сара үткәрҙек. Тәүгеһе Яңы Әптек урта мәктәбенең спорт залында “Суперәсәйҙәр” ярышы булһа, мәҙәниәт йортонда ойошторғанын “Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары” тип атап, ҙур концерт программаһы тәҡдим иттек. Мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы, “Ағиҙел” үҫмерҙәр клубы ла урын алды. Был беҙгә бергәләшеп саралар үткәреү өсөн бик ҡулайлы.

Мәҙәниәт йорто мөдире Зифа Самиҡова яңы бейеү төркөмөн асып ебәрҙе, ә художество етәксеһе Гәүһәр Латипова 7-13 йәшлек балаларҙан торған «Ҡояшҡай» вокал ансамблен ойошторҙо. Үҙешмәкәр йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ һәм “Тамаша” халыҡ театры менән дә тығыҙ эшләйбеҙ.

Коллективта иң әүҙеме, бер саранан да ситтә ҡалмаған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған ауылдашыбыҙ Резеда Ғәлиәхмәтова тураһында айырым әйтеп үтке килә. Тормош иптәше менән өс бала үҫтергән Резеда Рәүеф ҡыҙы концерттарҙа, театр эшендә генә ҡатнашып ҡалмай, спорт ярыштарында ла беренсе урындарҙы яулай. 2014 йылда район күләмендә “Йәш ғаилә” конкурсында ҡатнашып, улар икенсе урын алғайны. Мәктәптә уҡыған ҡыҙҙары Руфина менән Мәҙинә лә мәҙәниәт йортонда үткән һәр сара уртаһында ҡайнайҙар. Ә бер йәшлек кенә Данияр ҡустылары әсәһе, апалары сәхнәнән йырлағанда өләсәһенең ҡулында тыныс ҡына тыңлап ултыра. Резеда әлеге көндә мәктәптә ата-әсәләр комитетын да етәкләй. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында вахта ысулы менән тырышып эшләп йөрөй. Бына ошондай ғаиләләр эшебеҙ, ауылыбыҙ көҙгөһө!

Клуб, китапхана, «Ағиҙел» үҫмерҙәр клубы, спорт методистары менән берлектә яңы пландар ҡороп, киләһе байрамдарға әҙерләнә лә башланыҡ инде. Иркен, зауыҡлы мөхиттә эшләүе лә рәхәт. Ауыл халҡы исеменән ошондай төҙөкләндереү эштәре өсөн район етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!


Юлиә ЛАТИПОВА,
Яңы Әптек ауылы.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика