Юл да яҡшырыр, һыу үткәргестәр ҙә ремонтланыр...

ppmi2018malobaikovo2Район ауылдарында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы халыҡтың дөйөм йыйылыштары тамамланды.

Һәр ауылда быға тиклем ҡул теймәгән проблемалар етерлек. Улар хаҡында шул төбәктә йәшәүселәрҙән дә яҡшы белеүсе юҡ. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергәләп хәл итеү мөмкинлеген аса.

Белеүебеҙсә, тәүҙә был программа Урал аръяғы райондарында тормошҡа ашырылды. Яңы башланғыс уңышлы килеп сыҡты һәм ул тиҙҙән бөтә республикаға таралды. Ишембай районы ла яңылыҡты әүҙем ҡабул итте.

2016 йылда программала ҡатнашыуға 13 ауыл Советы теләк белдерһә, 11-е конкурста еңеү яуланы. 2017 йылда ҡатнашырға ниәт иткән барлыҡ ауыл Советтары ла үҙ маҡсаттарына өлгәште. Республика, район ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса, бағыусылар, халыҡ көсө менән ауылдарҙағы теге йәки был проблема хәл ителде. Шуныһына иғтибар итергә кәрәк, бер ауыл Советы тик бер генә ауылды күрһәтә ала.

ЭТҠОЛ ауылында уҙған йыйылышта 90-ға яҡын кеше ҡатнашты. Шуныһы һоҡландырҙы сараға Аҙнай, Уразбай ауылдарынан да килделәр. Ғөмүмән, был ауыл Советы халҡы элек-электән үҙҙәренең берҙәмлеге менән айырылып тора. Бер ауылға ярҙам кәрәккәндә башҡалары ла дәррәү ҡушыла. Былтыр, мәҫәлән, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы нигеҙендә Этҡол мәктәбендә тәҙрәләр алмаштырылһа, эштән күрше ауыл халҡы ла ситтә ҡалмай, улар ҙа үҙ өлөшөн индерә.

Был юлы ла йыйылыш йәнле генә барҙы. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов программаның тәртибе тураһында ентекле аңлатты. Ауыл хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова быйыл Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны. Халыҡ артабан да унда ҡатнашырға, файҙаһын күрергә ҡарар итте. Этҡол ауылындағы “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһының ҡыйығынан ямғыр мәлендә һыу үтеүе, тәҙрәләренән ел өрөүе проблемаһы күтәрелде. Был хаҡта ентеклерәк итеп ауылдың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнара Ғәлиәскәрова ла әйтеп үтте. Әлбиттә, биҙрә, тастар теҙеп кенә ҡыйыҡтан һыу үтеү мәсьәләһен хәл итеп булмаясаҡ. Шуға ла йыйылған халыҡ дәррәү тауыш менән балалар баҡсаһының ҡыйығына капиталь ремонт эшләргә тигән уртаҡ ҡарарға килде. Дөйөм тауыш менән һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға булдылар.

БӘЛӘКӘЙ БАЙЫҠ ауылы клубына ла халыҡ тейешле ваҡытҡа йыйылды. Был ауыл Советына ҡараған ауылдар өсөн дә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ят күренеш түгел. Бер йылды Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң тамаша залы, икенсе йылды Байғужала спорт залы ремонтланды. Һәр ауыл был программаның ярҙамын ҡулланырға тырыша. Бәләкәй Байыҡ халҡының да үҙҙәренең хәл итә торған мәсьәләләре бар. Улар программала ҡатнашып, иң элек ауыл эсендәге юлдарҙы ремонтларға кәрәк тип тапты. Һәр йорттан йыйыласаҡ аҡса күләме лә билдәләнде. Хәҙер инде ауыл халҡының маҡсаты – конкурста еңеп сығыу. Яҡын киләсәктә бәләкәй байыҡтарға тигеҙ, матур юлдарҙан йөрөргә яҙһын.

КӨҘӘНДӘР ҙә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының файҙаһын татып өлгөргән. 1994 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йорто яңыртыуға, ремонтлауға мохтаж булһа, быйыл программала ҡатнашып тәҙрә-ишектәр алмаштырылған, кабинеттарҙа линолиум түшәлгән, китапханала йылытыу системаһы алмаштырылған. Элек китапханала һалҡын үҙәккә үтһә, хәҙер инде бында йылы, төрлө саралар үткәреү өсөн дә уңайлы. Көҙәндәрҙең артабан программала ҡатнашыу, еңеү ниәте ҙур. Йыйылышҡа халыҡ та байтаҡ ҡына килде, тәҡдимдәре лә нигеҙле булды. Сара урындағы сәнғәт оҫталарының музыкаль номерҙары менән башланып китте.

Көҙән ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса бығаса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, айырыуса әүҙем ауылдаштарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бер тауыштан Көҙән халҡы программала йәнә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Яңы тәҡдимдәр, кәңәштәр яңғыраны. Көҙән – бөйөк шәхес, яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған төйәге. Уның ауылы, музейы менән танышырға килеүсе ҡунаҡтарҙың юлы өҙөлмәй. Шуға ла был төбәктең төҙөк, күркәм булыуы бик мөһим. Көҙән халҡы ауыл юлдарын рәтләүҙе әлеге көндә иң көнүҙәк мәсьәлә тип билдәләне.

ЙӘНЫРЫҪ клубында ла йыйылыш үтте. Был ауылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы булышлығында һыу алыу башняһын капиталь ремонтларға тигән ҡарар сығарҙылар.

Әйтергә кәрәк, быға тиклем Йәнырыҫ ауыл Советына ҡараған Ҡыяуыҡ ауылы халҡы ла программанан файҙаланып һыу үткәргестәр системаһын ремонтлаған. Хәҙер ҡыяуыҡтарҙың күбеһе өйҙәренә лә һыу үткәреп, йәшәү өсөн тулы уңайлыҡтар булдырған.

ИШӘЙ ауыл Советынан был юлы программала Яңы Ауыл халҡы ҡатнашырға ниәтләй.

- Яңы Ауылда йәшәүселәр былтыр уҡ ошо программа ярҙамында, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен ремонтлау теләген белдергәйнеләр, уларҙың ниәтенә ҡаршы килмәнек, - ти Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова.

Иҫкергән, серегән һыу үткәргестәр ысынлап та ауыл халҡының үҙәгенә үтә. Шуға ла йыйылышта Үҙәк урамда һыу проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе күтәрелде. Һәр йорттан 2500-әр һум аҡса йыйырға булды яңы ауылдар.

Быға тиклем башҡа программаларҙы ла файҙаланып һыу мәсьәләһе хәл ителгән. 2015 йылда “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Ишәйҙә яңы урамдарға һыу үтә, барлығы 3200 метр торбалар һалына.

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға арналған йыйылыштар йәнле генә үтеп китте. Ауылдарҙың төрлөһө төрлө проблемаларын күрһәтте. Уларҙың барыһының да уңышлы тормошҡа ашыуын теләйек.

Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.

газета "Торатау"

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика