Берҙәм булғанда, эш ырай

Һуңғы йылдар эсендә районда тиҫтәнән ашыу социаль объект тап ошо программа буйынса ремонтланды, һыу селтәрҙәрен яңыртҡан, урамдары яҡтырып ҡалған, балалар өсөн уйын майҙансыҡлы булған ауылдар бар. Башта, әлбиттә, үҙенсәлекле программаның шартын аңлатыу өсөн ваҡыт кәрәк булды. Уның һөҙөмтәһе хәҙер йыйылыштарҙың нисек үтеүендә лә күренә: ауылдаштар эштең бергәләп килешеп билдәләнергә тейешлеген дә, республика һәм урындағы бюджеттан бүленәсәк аҡсаға үҙҙәренән бер ни тиклем өлөш индереү талап ителгәнен дә белә. Ҡарайған урамдары яҡтырасаҡ Ҡарайған ауылының комплекслы социаль үҙәгендә ойошторолған йыйылыш та эшлекле шарттарҙа үтте. Ауылдаштарҙың уртаҡ бер фекергә килгәнлеген алдан яҙылып ҡуйылған плакаттарҙан да күреп булды. Ҡарайғандар ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн берҙәм тауыш бирергә йыйылған. - Әле булған яҡтыртҡыстар ауыл өсөн бик аҙ. Бигерәк тә көҙгө-ҡышҡы осорҙа был ныҡ һиҙелә, уҡыусы балалар, студенттар, Ишембайға, Стәрлетамаҡҡа эшкә ашығыусылар ҡараңғыла автобус туҡталышына юллана. Яҡтылыҡ – ул иң тәүҙә хәүефһеҙлек, - ти Гүзәл Вәлиева. Уның һүҙҙәрен башҡа ауылдаштары ла ҡеүәтләне. Район Советы секретары Юлиә Кәлимуллинаның программа асылын аңлатып китеүен дә, район хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡовтың һүҙҙәрен дә халыҡ ихлас ҡабул итте. - Һәр бер эштең үҙ шарты бар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы конкурс рәүешендә үтә һәм унда еңер өсөн һәр этапта максималь балдар йыйырға кәрәк. Ошолай күмәк йыйылыу, сағыу плакаттар, шарҙар менән ниәтегеҙҙе белдереү өсөн дә балдар өҫтәлә, - тип аңлатты Мансур Фәрит улы. - Республиканың 54 районы, һәр райондан тиҫтәләгән биләмәләр ошо программала ҡатнашып, дәүләт ярҙамына дәғүә итә. Уҙған йылдар күрһәтеүенсә, беҙҙең муниципаль район биләмәләре күтәреп сыҡҡан эштәрҙең барыһы ла тиерлек программаға инде. Беҙҙән башҡа райондар хатта тәжрибә уртаҡлашыуҙы һорай, сөнки ҡайһы бер муниципалитеттар тәҡдим иткән тиҫтәләгән эштән икәү-өсәүһе генә үткән осраҡтар бар. Йыйылышҡа дәррәү килеүегеҙҙе ауылығыҙ үҫешенә, үҙегеҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүегеҙгә битараф булмау билдәһе тип ҡабул итәм. УрманБишҡаҙаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллин биләмәлә тап ошо программа буйынса һуңғы йылдарҙа эшләнгәндәрҙе атап үтте. Халыҡтың әүҙемлеге был башланғыстарҙың тормошҡа ашыуын күреүҙән дә килә. Әхмәрҙәр һыу мәсьәләһен хәл итмәксе Әхмәрҙәрҙең дә йыйылышта әйтер һүҙе бар ине. Ишәй ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың һәр береһендә был дәүләт ярҙамы артыҡ булмаҫ ине, әлбиттә. Әммә программа шартына ярашлы бер йылда биләмәнән тик бер ауыл ҡатнаша ала. Мәҫәлдәге аҡҡош, суртан, ҡыҫала кеүек төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тартҡылаһа, программа ярҙамынан ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ. Шуға күрә быйыл биләмәләге бер ауылда, икенсе йыл икенсеһендә ошо аҡсалар менән атҡарып сығып булған проблеманы хәл итеү өсөн тырышайыҡ, - тип Миңлеғәли ағай Ҡотошов үҙенең абруйлы фекерен әйтте. Шулай итеп, дөйөм ҡарар менән әхмәрҙәр 2019 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса ауылда өҫтәмә һыу селтәрҙәре һуҙырға, талап ителгән ерҙә насостарын яңыртырға хәл итте. Ике ауылда ла бының өсөн һәр йорттан 1 мең һум күләмендә аҡса йыйыу тураһында килештеләр. Хакимиәт вәкилдәренә туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бигерәк тә Әхмәрҙә йыйылғандар ҡулланып ҡалды. Ҡанаҡайҙарҙың да байтаҡ һорауҙары йыйылып киткән. Улар, киләһе йыл Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына мотлаҡ беҙҙең ауыл инергә тейеш, тигән урынлы фекерен әйтеп ҡалды. Ут кәрәк, ут, тине халыҡ Һайран ауыл Советына ҡараған Һайран, Арлар, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт, Яңы Әптек ауылдары халҡы ҡатнашлығында ла ошондай уҡ йыйылыш үтте. Сарала 28 кеше ҡатнашты һәм бер тауыштан Хажы ауылында яҡтыртыу системаһына тулыһынса капиталь ремонт эшләү өсөн ҡул күтәрҙе. Хажы ауылы бер генә урамдан торһа ла, бағаналарҙа фонарҙар аҙ йәки бөтөнләй янмай. Ауылда йәшәгән халыҡтың күпселеге ололар икәнен иҫәпкә алғанда, әлеге көндә был проблема киҫкен тора. Этҡол ауыл Советында ҡараған Уразбай ауылы клубында үткән йыйылышта ла халыҡ ауыл урамын яҡтыртыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА,

Хәнә МӘҠСҮТОВА.

Авторҙар фотолары.

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
Яндекс.Метрика