Йылға урамы халҡы ла һыулы буласаҡ

Маҡар ауылының Йылға урамы халҡы, һыуға яҡын ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, күп йылдар үҙәкләштерелгән һыу селтәрен ҡулланыуҙан мәхрүм булып йәшәне. Берәүҙәр скважина быраулап, насос ҡуйыу аша был хәлдән сыҡһа, икенселәр һыуҙы йылғанан ташырға мәжбүр булды.
Дөйөм йыйылышта ауылдаштар урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, ошо урам өсөн көнүҙәк проблеманы хәл итеү өсөн тауыш биргәс, “йылғаныҡыларҙың” шатлығы, әлбиттә, ҙур була. Проект хуплана, аҡса бүленә.

Был эште тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион ярым һумға яҡын аҡса талап ителде, - ти Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов. – Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса республика бюджетынан бер миллион һум бүленде, 220 мең һумын муниципаль район бюджеты ҡапланы, ауылдаштар һәм бағымсылар ярҙамы ла мөһим ине – был өлөш 150 мең һум булды.

Сентябрҙә подрядсы - “Тратау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшкә тотона. Урам буйлап траншеялар, соҡорҙар ҡаҙыу халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, бөтәһе лә эштең маҡсатын белеп торҙо. Әлеге көндә соҡорҙарҙы күмеп бөтөү, гидранттар ҡуйып опрессовкалау эштәрен тамамлайһы ҡалған. Унан инде йорт хужалары үҙәкләштерелгән һыу селтәренә тоташа аласаҡ.

Бигерәк тә беҙҙең кеүек оло йәштәгеләр өсөн өйгә һыу үткәреү мөмкинлеге ниндәй ҙур шатлыҡ икәнен аңлап тораһығыҙҙыр, - ти хаҡлы ялдағы Нәфисә һәм Камил Яҡуповтар. - Йортобоҙҙо 1985 йылда төҙөп сыҡҡайныҡ, шунан бирле һыулы булыу хаҡында хыялланып йәшәнек. Йәйен нисек тә хәлдән сығып була, юғарынан ауылды буйлап аҡҡан йылғаның таҙалығына шикләнһәк тә, шунан эсәбеҙ. Ҡышҡыһын ҡатмарлыраҡ. Халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам иткән ошондай программаның булыуы бик яҡшы. Дәүләт ярҙамынан башҡа бындай эштәрҙе йырып сығып булмай.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА.
Илгизә ХИСМӘТУЛЛИНА фотоһы.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Погода в Ишимбае

Яндекс.Погода

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
baner nacproektov
Яндекс.Метрика