Ҡыҙыҡһыныуҙар тура килгәндә, власть та ярҙам итә

ppmi2018123Муниципаль район ауылдарында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн ниндәй объектты күрһәтеүҙе хәл итеү буйынса халыҡ йыйылыштары уҙғарыла.

Ауыл клубы – Әрметрәхимдә берҙән-бер социаль учреждение. Ул 1977 йылда төҙөлгән булһа, шул дәүерҙән һуң мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре бинаны буяп, мөмкинселеккә ҡарап йылытып үҙ ҡулдары менән ремонт эшләйҙәр. Урындағы мәктәп ябылғас, тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттары клубҡа күсерелә. Ләкин уларҙы урынлаштырыу өсөн бында мөмкинлек юҡ. Шуға ла боронғо үтектәр, лампалар, ултырғыстар тамаша залында креслолар теҙелгән рәттең артында ята.

-Клубта ете түңәрәк эшләй. Бер генә мөһим датаны ла беҙ иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ, төрлө саралар ойошторабыҙ, уларҙа ололар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнаша, - ти ауыл клубы мөдире Йәмилә Фәхриева. – Бигерәк тә беҙҙә халыҡ байрамдары йәнле үтә. Мәҫәлән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһы һәр ваҡыт халыҡты күпләп йыя.

Ысынлап та, түңәрәктәр расписаниеһын ҡарап бында йырларға, яңы бейеү өйрәнергә, “Хужабикә” клуб түңәрәгендә белем тупларға ғына түгел, аэробика менән шөғөлләнергә лә мөмкин. Китапханасы Зимфира Дәүләтшина һүҙҙәренә ҡарағанда, уға китаптар алырға Әрметрәхим халҡының өстән ике өлөшө тиерлек йөрөй. Ә инде ауыл клубы бинаһында Фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуын да иҫәпкә алғанда ауыл халҡы өсөн был объекттың ни тиклем кәрәк булыуын аңлауы ауыр түгел.

Халыҡ йыйылышына үҙҙәренең ауылының яҙмышына битараф булмағандарҙың барыһы ла йыйылды. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының маҡсаты, бурыстары , уның республикала һәм беҙҙең муниципалитетта нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.

-Әлбиттә,һеҙҙең ауылда проблемалар аҙ түгел. Ләкин Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға ғаризаны бер генә объект буйынса бирә алабыҙ, – тине Петровск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова. – Һеҙгә хәл итергә, тауыш бирергә кәрәк буласаҡ.

Әрметрәхим халҡы исеменән ауыл советы депутаты Наил Шәрәфетдинов сығыш яһап, урындағы клубты ремонтларға саҡырҙы. Шулай уҡ ул ғариза хупланған осраҡта үҙенең һәм башҡа эшҡыуарҙарҙың спонсорлыҡ ярҙамын күрһәтергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дәррәү тауыш менән яҡташтарының был тәҡдимен ҡабул итте. Шулай уҡ инициатив төркөм һайланды. Уларға документтар пакетын әҙерләү, аҡса йыйыу менән шөғөлләнеү бурысы тора.

-Еңгән осраҡта беҙ республика ҡаҙнаһынан миллион һум алырға ниәтләйбеҙ, шулай уҡ һәр өйҙән аҡса йыясаҡбыҙ, уңышлы эшҡыуарҙарыбыҙҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ, - ти Йәмилә Фәхриева. –Клуб бинаһының ҡыйығын яңынан ябырға, тәҙрә-ишектәрҙе, иҙәнде алмаштырырға, фасадты яңыртырға, яңы сәхнә эшләргә кәрәк. Был йәһәттән урындағы власть ярҙамына ла өмөт итәбеҙ. Клубыбыҙҙың Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына инеренә ышанабыҙ.

Халыҡ йыйылышында Скворчиха ауылы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары араһында һүрәттәр конкурсы иғлан итте, был эштәрҙә яңыртылған клуб бинаһы ниндәй төҫ аласағы сағылды. Тамаша залы стенаһын мәҙәниәт йортон ремонтлау өсөн тауыш биреүгә саҡырыуҙар менән плакаттар, һүрәттәр биҙәне. Ә йыйылыш концерт программаһы менән башланып китте. Художество үҙешмәкәр коллективта ҡатнашыусылар таҡмаҡтар аша шаяртыу ҡатыш мәҙәниәт усағының яңыртыуға мохтажлығын сағылдырҙылар.

2015 йылда китапхананы мәҙәниәт йорто бинаһынан ҡышын һалҡын булыуы сәбәпле, мәктәпкә күсерергә мәжбүр булдыҡ, - тип һөйләй Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская. – Ололарға, балаларға мәҙәниәт йортонда ҡыйыҡтан һыу үтеүе арҡында ла түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү бик уңайлы түгел.

Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл биләмәһе ике тапҡыр инде Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында уңышлы ҡатнашҡан. Был программа арҡаһында тормоштарын яҡшыртыу өсөн ауыл халҡының тағы ла бер яҡшы мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Йыйылышта ауыл аҡһаҡалдары, йәштәр сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла Скворчихаға эшҡыуар Александр Привалов килеү менән күп нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне – яңы ауыл хужалығы объекттары барлыҡҡа килә, йорттар төҙөлә, эшсе ҡулдарға һорау тыуа.

Александр Зиновьевич үҙе лә йыйылышта ҡатнашты һәм республика кимәлендә ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау проекты хупланған осраҡта финанс ярҙам вәғәҙә итте. Ә ауыл халҡы һәр йорттан 550-шәр һумдан аҡса йыйырға ҡарар итте.

- Үткән йылдар практикаһы буйынса шуны әйтә алам, муниципаль район хакимиәте һәр ваҡыт Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ингән барлыҡ объекттарҙы өҫтәмә финанслауҙа әүҙем ҡатнаша, - тип билдәләне Мансур Ҡунаҡов. – Консолидацияланған ҡаҙнанан тамаша залына креслолар алыуға, сәхнәне биҙәүгә, башҡа кәрәк-яраҡтарға аҡса бүленә. Шуға ла программала ҡатнашыусы булырға тырышығыҙ. Ә беҙ тейешле ярҙам күрһәтербеҙ.

Наил РӘЖӘПОВ.
Автор фотолары.

газета "Торатау"

Новости Башкортостана

Погода в Ишимбае

Яндекс.Погода

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
baner nacproektov
Яндекс.Метрика