Яңы проекттар менән халыҡ эшләй

 

Былтыр республикала старт алған урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы үҙ һөҙөмтәләрен бирә – ошо көндәрҙә Сәлихта балалар спорт майҙансығы асылды

Был программа хаҡында хәҙер белмәгән кеше аҙҙыр. Дәүләттән генә көтөп ултырмай, халыҡ көсө менән дә башҡарыла торған уртаҡ эш ул. Ауылдарҙа хәл итәһе мәсьәләләр аҙ түгел. Ҡайҙалыр һыу торбаларын ремонтлау талап ителә, икенсе урында клубты төҙөкләргә кәрәк, өсөнсө ерҙә балаларға уйын майҙансыҡтары ҡуйыу мөһим.

Уларҙы башҡарыуға рес-публика бюджетынан аҡ-са алыу өсөн урындағы ҡаҙнаның һәм халыҡтың өлөшө булырға тейеш.   Программала ҡатнашыу-ҡатнашмауҙы халыҡ үҙе хәл итә. Былтыр, мәҫәлән, райондан 11 ауыл Советы финалға үтте һәм үҙҙәрендәге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә өлгәште. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы буйынса Сәлих ауылында балалар спорт майҙансығын ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителһә, үткән аҙнала күҙҙең яуын алырлыҡ матур майҙансыҡ асылды. Беҙ барғанда унда байтаҡ ауыл халҡы йыйылғайны. Бәләкәстәр генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә шатлыҡтары менән уртаҡлашырға килгән. Спорт майҙансығының бик бай булыуы күҙгә ташлана. Иң бәләкәстәрҙең дә, мәктәп уҡыусыларының да зауығына тап килгән спорт һәм уйын йыһаздары урынлаштырылған. Балалар уларҙың әле береһендә, әле икенсеһендә уйнап кинәнә. Ошо ауылда йәшәүсе Мөслимә Мөхәмәҙуллина балалар майҙансығына ейән-ейәнсәрҙәре менән килгәйне.

- Өфө, Ишембай ҡала-ларынан ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрем өсөн был майҙансыҡ матур ял урынына әүерелде. Эргәләге Мәктәп урамында йәшәйбеҙ. Көн һайын тип әйтерлек бергәләп майҙансыҡҡа киләбеҙ. Балалар ҙа шат, уларҙың рәхәтләнеп уйнағанын күреү үҙебеҙгә лә кинәнес. Тимәк, йыйған аҡсабыҙ файҙаға булды, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, - тип һөйләне ул.

Сәлихта быға тиклем балалар майҙансығы бул-маған. Шуға ла бындай урын барлыҡҡа килеүе бәләкәстәр өсөн айырыуса шатлыҡлы ваҡиға. Әңгәмәгә хаҡлы ялдағы Ҡәҙриә апай Вәхитова ла ҡушылды.

- Яҡында ғына йәшәйем. Ҡаланан ҡайтыусы ейән-дәрем уйнарын белгәнгә лә майҙансыҡ ҡороу ниәтен хуплап ҡабул иттем. Бик матур килеп сыҡҡан.

Спорт майҙансығы мәктәп ихатаһы биләмәһендә урын-лашҡан. Күҙ-ҡолаҡ булып, ҡараштырып тороу яғынан да уның был урында булыуы отошло. Майҙансыҡты асыу тантанаһында йыһаздарҙы ҡәҙерләп, һаҡлап тотайыҡ, тигән һүҙҙәр яңғыраны.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллин Халыҡ башланғыстарын хуплау программаһында ҡатнашып, ошондай күркәм балалар майҙансығы булдырыуға өлөш индергән өсөн ауыл халҡына рәхмәтен белдерҙе.

Башҡа сығыш яһаусылар ҙа сағыу ҙа, бай ҙа балалар майҙансығына һоҡланыуын йәшермәне. Был эштең киләсәктә лә дауам итеренә ышаныс белдерҙеләр.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында районыбыҙ быйыл да әүҙем ҡатнашты. Билдәле булыуынса йыл башында ауыл Советтары буйлап халыҡ менән осрашыуҙар уҙҙы. Ауыл халҡы программала ҡатнашыу-ҡатнашмау ха-ҡында фекер алышты, ҡатнашҡан осраҡта ниндәй проблеманы хәл итергә кәрәклеген асыҡланы. Му-ниципаль райондан быйыл конкурстан 12 ауыл Советы үтте. Был, әлбиттә, халыҡтың үҙенең ауылын матурлау, төҙөкләүгә битараф бул-мауын сағылдырыусы бер билдә. Мәҫәлән, Урман-Бишҡаҙаҡтар быйыл һыу селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

- Әлеге көндә халыҡтан аҡса йыйыу эштәре бара, - тине   ауыл хакимите башлығы Әмир Төхвәт улы.

Шулай уҡ Маҡар, Ҡыяуыҡ, Восток ауылдары халҡы ла һыу менән тәьмин итеү системаһына капиталь ре-монт үткәрергә тигән ҡарарға килгән. Яңы Әптек, Көҙән, Ғүмәр, Алаҡай ауылдарында мәҙәниәт йорттары, клуб-тарҙы ремонтлау буры-сы ҡуйылған. Түбәнге Әрмет менән Этҡол халҡы мәктәптәрен ремонтлауға өҫтөнлөк биргән. Верхоторҙа иһә яҡтыртыу системаһын модернизациялауҙы артабан дауам итеү ниәтләнә. Байғужа ауылының башланғыс мәк-тәбе был программа яр-ҙамы менән спорт залын ремонтларға йыйына.

Ғөмүмән, конкурс ко-миссияһы ағзалары ауыл биләмәләре хаки-миәттәренән 674 ғариза ҡарағандан һуң, 386 проект еңеүсе булып таныла. Уларҙың 12-һе Ишембай районынан. Урындағы баш-ланғыстарҙы хуплау прог-раммаһына ингән барлыҡ проекттар хаҡының   68,2 процентын республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡ-са тәшкил итә, бынан тыш эштәрҙе муниципаль ҡаҙнанан, халыҡтан һәм бағымсыларҙан финанслау ҡаралған.

Халыҡ үҙе көс, тырышлыҡ һалған эштең ҡәҙере лә, әлбиттә, нығыраҡ буласаҡ. Мәҫәлән, шул уҡ балалар майҙансыҡтарының матур ғына килеш һаҡланыуына улар битараф ҡалмаҫ, ватыу-емереү кеүек күренештәргә юл ҡуймаҫ. Ауылда ҡайҙа ниндәй проблема барлығын унда йәшәүселәрҙән дә төптәнерәк белеүсе юҡ. Власть менән халыҡтың ҡулға-ҡул тотоношоп эш-ләүен сағылдырған был программанан ауылдарыбыҙ артабан да файҙаһын күрер, киләсәктә лә был уңайлы мөмкинлекте ҡулынан ыс-ҡындырмаҫ.

Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА, "Торатау" гәзите.

Автор фотоһы.

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
prosto
Яндекс.Метрика