Халыҡ күпере

Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” әҫәрендә төп герой үҙенең изгелеге арҡаһында кешеләрҙең күңелендә урын ала. Ул күпер төҙөй, шуның аша йөрөгәндәр объектты төҙөүсе исеме менән атай. Был ваҡиғанан һуң әллә күпме ваҡыт үтһә лә, халыҡ Хәмиттең изге эшен онотмай. Күптән түгел Көҙән ауылында ла күпер барлыҡҡа килде. Минеңсә, был объект киләсәктә “Халыҡ күпере” исемен йөрөтәсәк, сөнки ул – урындағы халыҡтың дөйөм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Күпер урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ярашлы төҙөлгән.

Был программа, мәғлүм булыуынса, кемдәндер көтөп, өмөтләнеп ултырмайынса, үҙең башлап эшләү бурысын ҡуя. Әлеге осраҡтағы һымаҡ күпер төҙөү булһынмы, юл йүнәтеүме, урындағы социаль объектты ремонтлаумы – проект шарттарын үтәһәң, барыһын да башҡарып сығырға мөмкин. Иң мөһиме – теләгең генә булһын. Республика халҡы был мөмкинлекте бар тарафтан да уңышлы файҙалана. Шул иҫәптән көҙәндәр ҙә.

Ғөмүмән, бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең тамырҙаштары – берҙәм һәм дәртле халыҡ. Ауыл тирәһен нығытыу булһынмы, ағас ултыртыумы йә башҡа өмәме – “һә” тигәнсә йыйылып, эште башҡарып та ҡуялар.
– Халыҡ әүҙем, шуға ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, ырамлы бара, еренә еткерелеп башҡарыла, – тип маҡтай яҡташтарын Көҙән ауылы биләмәһе башлығы Айрат Алтынбаев.
Ағас ултыртыу тигәндән, был тирәне хәҙер ҡарағай, шыршы үҫентеләре ныҡлы уратып алған. Өмә яһап, саҡрымдарға һуҙылған һыҙаттар ултыртҡан халыҡ. Әлбиттә, был йәһәттән урындағы урман хужалығының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Күпер мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда, унан хәҙер халыҡ йәйәүләп тә, техника менән дә кинәнеп үтә. Ул ауылдың Тау һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, сығышы менән Көҙәндән булған актриса Таңһылыу Рәшитова исемендәге урамдарҙы тоташтырып тора. Быға тиклем кешеләр, бигерәк тә ауыр йөклө техника менән ауылдың икенсе осонан урап йөрөргә мәжбүр булған.

Программаға ярашлы, сығымдың 20 проценты – муниципалитет бюджетынан, биш проценты халыҡтан йыйылған булырға тейеш. Республика ҡаҙнаһы аҡсаһына өмөт итеү өсөн башта урында нигеҙ нығытыу фарыз, тимәк. Был тәңгәлдә көҙәндәрҙең берҙәмлеге һәм әүҙемлеге күренә лә инде: проектта ҡатнашыу хаҡында һүҙ сығыу менән башта ауылдың ҡайһы ерендә төҙөү-төҙәтеү эштәре башҡарырға кәрәклеген хәл итәләр, шунан оҙаҡламай тейешле сумма йыйыла. Халыҡтан 40 мең һум тупланһа, урындағы “Нур” магазины хужалары Лотфуллиндар, Ғатауллин һәм Зарипов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өҫтәмә ярҙам күрһәтә. Проекттың дөйөм хаҡы 800 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Башланған эш – бөткән эш. Тейешле документтар, аҡса йыйылып тапшырылғас, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Күперҙең шул тиклем йәһәт төҙөлөүенә ауыл халҡы ышанмай ҙа тора. Хәҙер кинәнеп, һыуға-бысраҡҡа батмай йәиһә икенсе остан урамай ғына туфлиҙа йөрөргә, трактор арбаһына тултырып бесән тейәп ташырға мөмкин.

Фәрит Иҫәнғоловтың уҡыусылар өсөн тәғәйенләнһә лә, ололарға ла һабаҡ алырлыҡ “Тау үренә” тигән хикәйәһе лә бар. Шул әҫәрҙә ике дуҫ малай юғарыға тик үҙеңдең тырышлығың ярҙамында ғына үрмәләргә, ныҡышлығың нигеҙендә уҡыуҙа ла, башҡа өлкәлә лә уңыштарға өлгәшергә мөмкин булғанлығын аңлай. Тормошта ла шулай түгелме ни?! Әгәр әүҙемерәк булып, тирә-йүнеңде матурларға, уңайлы һәм бөхтә итергә теләһәң, бының өсөн дәүләт тарафынан ярҙам бар, республикала ғына ла нисәмә программа эшләп килә. Тик ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ ҡына кәрәк. Халыҡ күперҙәре янына халыҡ ҡоҙоҡтары, халыҡ клубтары һәм башҡа халыҡ башланғыстары өҫтәлә торһон.

Рәмил МАНСУРОВ.
Автор фотоһы.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

prosto
baner nacproektov
semejnij portal
rabota v rossii 2
Яндекс.Метрика