Берҙәмлектә – беҙҙең көс

«Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы сиктәрендә Алаҡай ауылы клубында ремонт эштәре башланғайны.

Иң беренсе электр ҡорамалдары алмаштырылды, пластик тәҙрәләр ҡуйылды, һуңынан биҙәкләү эштәре башланды. Бөгөнгө көнгә бөтә бүлмәләрҙең түбәләре, сәхнә эшләнде, стеналар тигеҙләп буялды, залда иҙән яңынан түшәлде, өлөшләтә ишектәр ҡуйылды.

Ремонт эштәрендә клуб хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Уларҙың көсө менән һыу үткәргес, бысраҡ һыу ағыр өсөн соҡор эшләнде. Рәмилә Ҡасҡынова тыштан тәҙрә яҡтарын тигеҙләп һыланы, Сәлимә Герасименко уларҙы буяп сыҡты. Рәзидә Вәлиуллина пар менән йылытыу торбаларын, Гөлсөм Ҡасҡынова менән Зәлиә Ғәйнуллина иҙәндәрҙе буяғас бүлмәләр яҡтырып, матурланып китте.

Клуб асылыуға бүләк тип Александр Гера-сименко, Ирек Ҡасҡынов, Азат Ғәйнуллин, Юнир Кинйәғолов, Рафаил Мырҙағолов үҙҙәренең төҙөлөш материалдарын ҡулланып ишек алдына майҙансыҡ та эшләп ҡуйҙылар.

Әле эшләйһе эштәр байтаҡ ҡына. Тәҙрәләргә селтәрҙәр, сәхнәгә шаршауҙар элергә кәрәк, залға матур эскәмйәләр килеүенә лә өмөт итәбеҙ.

Зәлиә ҒӘЙНУЛЛИНА.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

 2019_

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

prosto
baner nacproektov
semejnij portal
rabota v rossii 2
4350624
Яндекс.Метрика