Мәҙәниәт йорто балҡып китер

ppmi2018cdk2Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының файҙаһын районыбыҙҙа байтаҡ ауылдар татып өлгөрҙө, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп объекттар төҙөкләндерелде.

Ә бына ҡала биләмәһендә был программала ҡатнашыу тәжрибәһе быға тиклем булманы. Шулай ҙа “Нефтсе” совхозында йәшәүселәр уға ныҡлы ышаныс бағлай. Ошо маҡсатта мәҙәниәт йортонда Урындағы башланғыстарға ярҙам республика программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылыш үтте. Унда программа хаҡында ентекле аңлатылды. Артабан программа сиктәрендә ниндәй объектты төҙөкләндереү мәсьәләре күтәрелде. Шулай уҡ муниципалитет һәм халыҡ тарафынана индереләсәк өлөш күләме лә ҡаралды. Әйтергә кәрәк, йыйылышҡа килеүселәр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, “Нефтсе” мәҙәниәт йортоноң бинаһын капиталь ремонтларға ҡарар итте. Урындағы халыҡ араһынан инициатив төркөм булдырылды, уға проектты әҙерләү, тормошҡа ашырыуҙы контролләү бурысы ҡуйылды.

Халыҡтың уй-ниәте тормошҡа ашһын, киләсәктә был программа ярҙамында мәҙәниәт йортонрң яңы төҫ алырына ышаныс ҙур.

Беҙҙең хәбәрсе.

"Торатау" гәзите

Новости Башкортостана

Информ. порталы

Информпортал Республики Башкортостан
Президент Республики Башкортостан
Правительство Республики Башкортостан
Башинформ
gosuslugi
pgu.bashkortostan.ru
upprb
torgi
Защита прав потребителей в Республике Башкортостан
Bashkortostan

Инвестиционный портал Республики Башкортостан

Cpvrb
ekstr
fss

fss
registraciya prosto
Яндекс.Метрика